Йәнгә яҡын ерҙәр

Гибрид көнбағыш сәсеүҙе күрһәтеү - яҡынса тәржемә ошолайыраҡ яңғырай. Бөгөн Көйөргәҙе районында семинар. Көйөргәҙе икмәге, Limagrain, Росагротрейд, Caussade Semences, Шанс компаниялар төркөмө ойошторҙо уны. Һәм, әлбиттә, беҙҙең ауыл хужалығы бүлеге лә ситтә ҡалманы. Көнбағыш тигәс тә, был культураға ғына бүленмәне иғтибар, Ватан хужалығының йәйерәп ятҡан баҫыуҙары ҡабул итте ҡунаҡтарҙы, шуға тәүҙә ярауай бойҙай баҫыуына туҡталдылар. Иген баҫыуы шәп, бер бөртөк сүп күрмәҫһең, ҡоролоҡ тиһәң дә, бында иген ҡотороп уңған - 25 центнерға тиклем бирә икән. 

Сараны асҡан башлыҡ урынбаҫары Урал Ибраһимов та Ватан хужалығын бөтөрөп маҡтап ташланы:
- Ватан - беҙҙең районда эшләгән берҙән бер тиерлек (фермер Әҙһәмов бар тағын) кредитҡа бер тин алмай, үҙ аҡсаһына эшләгән хужалыҡ. Улар йыйып алғанды шунда уҡ, тәләфләп, һатып бөтмәй, ике-өс йыл тота, шунан ғына һата. 
Шанс компаниялар төркөмөнөң бәҙҙегә вәкиле Әхтәм Рафиҡов та уның һүҙен йөпләне:
- Бына был баҫыу элекке Көйөргәҙе совхозы баҫыуы. Йәнгә яҡын ерҙәр... 
Ғәйнетдин Мәхәмәтов үҙе булманы, уны хужалыҡ рәйесе урынбаҫары Рәмил Ибраһимов алмаштырҙы. 
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей