Йәшнәп йәшәр саҡ

Стилле биҙәүестәр оҫтаһы

Ләйсән Ҡәйепова Тәнзилә һәм Ғәтиәт Ҡыуатовтарҙың ғаиләһендә, тәүге мөхәббәт емештәре булып, Сәғит ауылында донъяға килгән. Ауылда 7 класҡа тиклем уҡығандан һуң артабан Ейәнсура башҡорт гимназияһында белем алған. Был уҡыу йорто тормошо бик яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған. Бейеүгә һөйөүен уятҡан, айырыуса, Йәмил Васиҡ улына рәхмәтле Ләйсән. "Ҡош юлы" түңәрәгенә лә яратып йөрөгән. 11 класты көмөш миҙалға тамамлап, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-сит телдәр бүлегенә уҡырға ингән. Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана ҡыҙ.Университет тормошонда, студент яҙҙарында, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашырға тырышҡан,төркөм старостаһы булып та өлгөрә. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған, магистратураны шул уҡ факультетта ситтән тороп уҡып, дипломын ҡулға алған.

Әле Ләйсән Ҡәйепова ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында йәшәй. «Эрудит” шәхси өҫтәмә белем биреү мәктәбендә администратор булып эшләй, шул уҡ ваҡытта инглиз теленән дә уҡыта.
Беҙҙе Ләйсәндең тормош юлдашы менән танышыу тарихы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Иҙел менән 2012 йылда интернет селтәрендә, ул ваҡытта популяр "аська"ла танышҡан яҡташ ҡыҙыбыҙ. Танышыуҙарына иһә тыуған ауылдарының бер үк исемле булыуы сәбәпсе. Егет Хәйбулла районының Сәғит ауылында тыуып-үҫкән, Ләйсән — Ейәнсураныҡында. Иҙел ҡыҙҙың йөрәген яулап алыр өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт сарыфлай, ныҡышмалылығы менән маҡсатына ирешә, дуҫлыҡ саф мөхәббәткә әйләнә. 2016 йылда никах уҡытып, 07.07.17 һанлы көндә гөрләтеп туй яһайҙар йәштәр. Әле Динә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Осраша башлағас ҡына бер- береһенә ҡоҙа менән ҡоҙаса иканлеген дә асыҡлай был матур пар. Ләйсәндең бейеме Йомабикә Ташбулат ҡыҙы ла сығышы менән Иҙәш ауылынан. Өйҙә буташмаҫ өсөн тыуған ауылдарын икенсе атамалары менән йөрөтә йәш ғаилә: Хәйбулла Сәғитен Ҡалтай тиһәләр, Ейәнсураныҡын Бишөйлө тиҙәр. Милли рухлы Ҡәйеповтар туйҙа ла халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тырыша. Ейәнсурала ҡоҙаларҙы "Көнбикә" фольклор ансамбле ҡаршы алһа,

Хәйбуллала "Өлкәнтау ағинәйҙәре" һыу юлын күрһәтә. Килен һөйөү йолаһын тәүгә күрә Ләйсән һәм был сараның күркәмлегенә һоҡлана. Батмуста килен бейетеү йолаһы тағы ла йәмлерәк күренһен өсөн үҙенә селтәр һәм ҡашмау, ә иптәшенә бүрек һәм билдек эшләй. Ошонан башлана ла инде селтәрҙәргә һөйөүе. Ғөмүмән, бөтә туй атрибутикаһын Иҙел менән үҙ ҡулдары менән эшләйҙәр ( Арка, гөлләмә, бутоньерка, бокалдар, һыуға биҙрәләрҙе биҙәү һәм башҡалар). Һандыҡты ҡыҙҙың атаһы эшләй. Ҡәйеповтарҙың туйы ҡояшлы фирүзә төҫөндә булған, йәғни һары, фирүзә төҫтәре балҡышында биҙәлеш киң ҡулланыла. Ләйсән барлыҡ башланғыстарын хуплаусы иптәшенә рәхмәтле.

Оло ҡунаҡта заманса элементтар ҙа файҙаланыла, мәҫәлән, йәштәр бейеүе флешмоб формаһында башҡарыла.
Ләйсән ҡул эштәрен бала саҡтан яратҡан. Сигергә, тегергә, бәйләргә, айырыуса, ырғаҡ менән. Заманса мини селтәрҙе үҙе өсөн генә эшләй, әммә аҙаҡ заказдар килә башлай. Ҙур түшелдеректәр ҙә эшләргә тура килә. Был эшен ниндәйҙер килем алыр өсөн түгел, ә иң беренсе сиратта, күңел йылыһын биреп кешеләрҙе ҡыуандырыр өсөн башҡара. Буш ваҡыттарында электрон метрикалар ҙа эшләй. Әле декрет ялында ултырғанда стиле биҙәүестәрҙең яңыларын яһай ҡыҙ – үҙенең яратҡан шөғөлөн көндән-көн камилаштыра бара, өр-яңы идеяларын да тормошҡа ашыраһы бар. Профессия алыуҙа ла, ғаилә ҡороуҙа ла, эштә лә Ҡәйеповтар кеүек аяҡтарында ныҡлы баҫып торған сәмле, ҡыйыу, булдыҡлы йәштәр артыуы киләсәк өмөтлө ҡулдарға тапшырылыуын аңлата, афарин!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей