Йəшəреп киткəндəй булдыҡ

Үткəн йома көндө баш ҡалабыҙҙың Мостай Кəрим скверында, тəү тапҡыр «Хеҙмəт даны» миҙалы менəн тантаналы рəүештə бүлəклəү уҙҙы. Профессиональ яҡтан оҫта булған, күп йылдар намыҫлы хеҙмəт итеүсе, хеҙмəт юлында юғары ҡаҙаныштарға лайыҡ кешелəрҙе бүлəклəү өсөн, был миҙал республикабыҙ башлығы указы менəн 2019 йылда булдырылған. Республика башлығы Радий Хəбиров, көмөштəн яһалған «Хеҙмəт даны» миҙалын төрлө өлкəлə намыҫлы хеҙмəт иткəн 100 кешегə таҡты. Беҙҙекелəр ҙə төшөп ҡалғандарҙан түгел, районыбыҙҙың 2 кешеһе түшенə ошо миҙалды тағып ҡайтты: «Искра» ауыл хужалығының тракторсыһы - Рəил Аҡһаров һəм «Киров» исемендəге ауыл хужалығы етештереү кооперативы тракторсыһы Рəфис Сөлəймəнов. Күмертау ҡалаһынан «Балалар хореография мəктəбе»нең директоры Светлана Кондратьеваның түшенə лə был миҙал тағылды.«Ҡəҙерле  дуҫтарым, һеҙгə, фиҙаҡар хеҙмəтегеҙ өсөн, ысын күңелдəн ҙур рəхмəтемде еткерəм. Лайыҡлы миҙалдарығыҙҙы, һеҙгə оло ғорурлыҡ һəм сикһеҙ ҡыуаныс менəн тағам. Һеҙгə һəм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бəхет һəм именлек телəйем», - тип бүлəклəнеүселəргə ҡотлау һүҙҙəрен еткерҙе Радий Хəбиров. Лайыҡлы бүлəклəнеүегеҙ менəн ысын күңелдəн ҡотлайбыҙ, артабан да эштəрегеҙҙə уңыштар, районыбыҙ, ҡалабыҙ килəсəге өсөн тырышып эшлəүегеҙҙе телəйбеҙ!

Раил АҠҺАРОВ, “Искра” ауыл хужалығы тракторсыһы: - Мəктəптə 10-сы класты тамамлап, ҡулыма аттестат алғанда, бер юлы тракорға ла танытма алдым. Шунан бирле колхоздан айырылғаным юҡ. Миҙал тапшырыуҙарына шатландым, əлбиттə. Минең эшемде күреп, юғары баһалағандары өсөн хужалығыбыҙ етəксеһе Рəмил Мостафинға, бригадирыбыҙ Ғəделхəй Боҫҡановҡа, бергə эшлəгəн коллективыма һəм һəр ваҡыт миңə терəк булған тормош иптəшем Зөлфиəгə оло рəхмəттəремде еткерəм.

Рəфис СӨЛƏЙМƏНОВ, Киров хужалығы тракторсыһы: - 40 йылдан ашыу ауыл хужалығында эшлəйем. Бер тракторҙа ғына 39 йыл хеҙмəт итəм. Ҡулыма миҙал алып йəшəреп киткəндəй булдым. Эшебеҙ һөҙөмтəлəрен күрə белеп баһалағандары, килəсəктə тағы ла тырышып эшлəргə ҡанатландырып ебəргəндəре өсөн хужалығыбыҙ етəксеһе Дамир Байгилдинға, районыбыҙ етəкселəренə, ныҡлы ышанысым булған тормош иптəшем Резидама рəхмəтлемен.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей