Юбиляр! (Аургазинский район)

Бөгөн, ғүмер юлдарын мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас оло сабырлыҡ менән үтеүсе ауыл ағинәйҙәренең береһе, ауыр йылдарҙың тере шаһиты - Мәсүрә Баязит ҡыҙы Заманова олпат юбилейын – 90 йәшен билдәләй.

"Урал" ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Мәсүрә Баязит ҡыҙын 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa сәләмәтлек, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерен булған һаулыҡта, шатлыҡта, муллыҡта йәшәүен теләйбеҙ.

Теремек, уңған, хөрмәтле апа менән һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Бала саҡтан кисергән тормош ауырлыҡтарын да ҡәҙерләп иҫкә ала ул.
Мәсүрә Баязит ҡыҙы 1931 йылдың алтынсы февралендә Төрөмбәт ауылында Замановтар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Баязит Камалетдин улы (1887-1937), әсәһе Нәзирә Хисаметдин ҡыҙы Файзуллина (1887-1985) Дүрттояҡ ауылынан. Уларҙың балалары: 1. Миңлезәйнәп (1919), тормош иптәше Ильясов Хабрахман 1941 йылдың 24 июнендә үк һуғышҡа алына һәм күптә үтмәй хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килә. Оло ҡайғыларҙан сирләп китеп Миңлезәйнәп тә вафат була. Ике улдары Асрам һәм Әкрәм етем ҡала. Ҙур улдары Асрам атаһының әсәһендә (нәнәһендә), ә бәләкәсе Әкрәмде Нәзирә нәнәһе алып тәрбиәләп үҫтерәләр. 2. Миңлетаһир (1921-2006), һуғышы ветераны, кесе лейтенант, күп хәрби наградалары бар. Ғаиләһе менән Ленинград ҡалаһында йәшәй, дүрт бала үҫтереп оло тормош юлына сығаралар. 3.Байегет (1924-2006), һуғыш ветераны, хәрби разведчик, хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Тыуған ауылы Төрөмбәттә ғүмер кисерә, тормош иптәше менән 8 балаға ғүмер биреп оло тормош юлына сығаралар. 4.Мәсүрә (1931) көтөп алған ҡыҙҙары. Аталары Баязит уҡымышлы, дини кеше була. Халыҡ һорауы буйынса балаларға аҙан әйтеп исем ҡушҡан, өйләнешкәндәргә никах, сирлеләргә һәм мәрхүмдәргә йәсин уҡыған. Ул осорҙа дин тотоу боронғолоҡ, наҙанлыҡ ҡалдығы тип совет власы тарафынан тыйылған була, шуға ла ауылдан килгән ялыуға НКВД органдары тиҙерәк һиҙгерлек күрһәтеп, 1937 йылда аталары Баязитты ҡулға алалар һәм “халыҡ дошманы” тип атып үлтерәләр. Алты йәш тулыуға Мәсүрә апа тәүге йөрәк яраһын ала - атаһыҙ ҡала. Эшһөйәр ҡыҙыҡай ҡустыһы Әкрәмде тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Бәлә өҫтөнә бәлә тигәндәй, ҡайғыларға һалып Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Аслыҡ, яланғаслыҡ, бар ауырлыҡтарҙы күреп, үҙ иңендә күтәреп үҫә, тырышып мәктәптә уҡый, ә дәрестән һуң колхоз эшенә өлгөрөргә тура килә. “Бригадир беҙҙең дәрестән сыҡҡанды көтөп, һәр көнгә ниндәйҙер эш табып ҡына тора ине”, - тип иҫләй өлкән уҡытыусы.
Ауылда ете класты тамамлағас, әсәһе ҡыҙының белемгә ынтылышын күреп, Толбазыға урта мәктәпкә уҡырға ебәрә. Уҡыуы еңелдән булмай, өҫтә йүнле кейем юҡ, ашау наҡыҫ, ҡыш көндәре аҙыҡ-түлек артынан күп ваҡыт ауылға йәйәү ҡайтып килергә кәрәк. Бар ауырлыҡтарҙы еңеп, Толбазы урта мәктәбен уңышлы тамамлаған урта белемле ҡыҙҙы Балыҡлыкүл ауылына пионервожатый итеп ебәрәләр. Һуңынан Тур-Усман, Үтәймулла, Төрөмбәт ауылдарында уҡытыусы булып эшләй. Мәсүрә апа 1951 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында пионервожатый курстарында уҡый, ә һуңыраҡ Өфө ҡалаһы уҡытыусылар институтын тамамлай.
Төрөмбәттә уҡытып йөрөгән сағында йәш тырыш ҡыҙға Мораҙымдан, әрме хеҙмәтенән генә ҡайтып, нәнәһе янына килеп йөрөгән Абрар Бәхтегәрәевтың күҙе төшә. Уға тиклем Гөлниса нәнәһе тырыш ҡыҙға күҙ һалып, йәштәр бер береһен оҡшатһындар ине, тип юрай. Оло кешенең теләге ҡабул була, йәштәр бер береһен оҡшаталар, күптә үтмәй, 1954 йылда Мәсүрә Баязит ҡыҙы Мораҙым ауылына килен булып төшә. Кейәүҙең төп йортонда әсәләре менән тағы ла өс туғаны йәшәй. Йәштәр туғандарының ярҙамы менән шул уҡ йылды «баздуштан» өй һалып башҡа сығалар. Бер бер артлы малайҙар тыуа: Урал (1955), Салауат (1957), Юлай (1959). Тик алда ғаиләне, бигерәк тә әсә кешене ҙур һынауҙар, яңы йөрәк яраһы көтә. 1960 йылдың март айында иң яҡындары, өс улы ла фәжиғәле рәүештә һәләк була. Был иҫ киткес, күтәрә алмаҫлыҡ ауыр һынауҙарҙы бары бер береһен ысынлап яратҡан кешеләр генә үткәрә алалыр. Сабыр, түҙемле, бер береһенә терәк булып йәштәр яйлап тормоштарын тергеҙәләр. Ҡараңғы төндән һуң ҡапыл ҡояш сыҡҡан кеүек бер бер артлы малайҙары тыуа: Тимербай (1961), Салауат (1963), Абзал (1965), ә 1967 йылдың август айында донъяларҙы түңәрәкләп, йәм өҫтәп ҡыҙҙары Мәүсиләне алып ҡайта. Бөгөнгө көндә бар балалар ҙа ата-әсәһенең тырышлығын, аҡылын алып эшсән булып үҫеп, тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп йәшәйҙәр, Мәсүрә Баязит ҡыҙын ун ейән-ейәнсәр (икәү уллыҡҡа алынған), ун ике бүлә-бүләсәләр менән шатландыралар.

Абрар Асрар улы Бәхтегәрәев 1953 йылда әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, бригадирҙар курсында уҡый, унан һуң бар хеҙмәт юлы тыуған колхозы менән бәйле. Хеҙмәт кенәгәһендә бригадир, ток мөдире, тимерсе, техник-осеменатор, һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләүҙәре теркәлгән. Хеҙмәтендәге уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ы Юғары Совет Президиумының Почет Грамотаһы һәм төрлө урындарҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Абрар бабай менән минең үҙемә лә өс йылдан артыҡ бергә эшләргә тура килде. Уның төплө фекерләүен, уйлап эшләүен, эсеп, тәртип боҙған малсыларға ла тауыш күтәрмәй, тыныс ҡала белеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәр инем. Хеҙмәт ветераны Абрар Асрар улы тормош иптәше Мәсүрә Баязит ҡыҙы менән 46 йыл бергә ғүмер кисерәләр, тик Абрар Асрар улының ғүмерҙәре ҡыҫҡа булып, 2000 йылда 70 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.

Мәсүрә Баязит ҡыҙы 1954-1960 йылдарҙа Мораҙым мәктәбендә рус һәм немец телдәренән, ә 1960 йылдан 1986 йылға тиклем башланғыс класс балаларын уҡытты. 38 йыл педагогик хеҙмәт стажы булған хөрмәтле уҡытыусы 1986 йылда хаҡлы ялға туҡтай. Уҡытыусы ябай һөнәр түгел, шуға ла тиҫтәләгән сығарылыш уҡыусыларының, бөгөн үҙҙәре нәнәй-ҡартатай булғандарҙың, апаларына булған рәхмәт, хөрмәт һүҙҙәрен хәл белешеп, байрамдар менән ҡотлап, сәләмдәр аша белдереп тороуҙары ҙур баһа.

Бөгөн Мәсүрә Баязит ҡыҙы улы Абзал, килене Рәфиә, ейәнсәре Ләйсән һәм ейәне Айнур менән бергә матур, татыу донъя көтә. Төшөнкөлөккә бирелмәй 90 йәшен тултырған Мәсүрә әбей, тормошонан бик ҡәнәғәт булып, ғаиләһенең алдағы көндәрен хәстәрләп йәшәй. Бар ил, республика яңылыҡтары менән таныш, бына әле күҙҙәре насарыраҡ күрә башлағас, китап, гәзит уҡыр өсөн күҙлек алып ебәргән., Алыҫтағы балалары, ейәндәре, әхирәттәре менән аралашыр, хәл белер өсөн камзул кеҫәһендә һәр ваҡыт кеҫә телефоны ята. Мәсүрә әбейҙең хәтере бик яҡшы, ауылыбыҙҙың иман юлын үҙ иткән хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе, оло булыуына ҡарамаҫтан ураҙа тота, биш намаҙын ҡалдырмай. Һәр ваҡыт килгән кешеләргә яҡты йөҙ күрһәтеп, үрнәк булып, ҡыуанып йәшәй.

Хөрмәтле юбиляр! Һеҙгә алдағы көндәрҙәлә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.

Источник: СПК "Урал"

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей