Йыл әйләнәһенә руль артында
Уҙған аҙнала билдәләнгән Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре байрамында оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәттәре һәм һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булыусылар араһында «Башаҡ» хужалығы водителе Зиннәт Абдрахманов та бар. Сирек быуат руль артында булған Зиннәт Абдрахманов хеҙмәт юлын Баймаҡ районында башлаған. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ете йыл элек ул Михайловка ауылына килеп төпләнгән һәм урындағы хужалыҡҡа водитель булып эшкә урынлашҡан. Ошо йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәте менән тырыш водитель етәкселектең ихтирамын яулаған. Ярҙамсыл, кешелекле, кеселекле булыуы менән Зиннәт Рамаҙан улы коллективта хаҡлы абруй менән файҙалана.
— Эшен урын-еренә еткереп башҡара. Үҙенә ышанып тапшырылған автомобилде һәр саҡ ҡарап йөрөтөүе һөҙөмтәһендә, техниканың боҙолоуына юл ҡуймай, — ти уның хаҡында «Башаҡ» хужалығы етәксеһе Ғаяз Шәғәлиев.
З. Р. Абдрахманов йыл әйләнәһенә руль артында. Иртә яҙ менән орлоҡто сәсеүгә әҙерләү мәлендә ырҙын табағында эшләһә, сәсеү башланһа, баҫыуға орлоҡ материалы, минераль ашлама ташыу менән мәшғүл, мал аҙығы әҙерләү ваҡытында ла машинаһы буш тормай — ҡайҙа тех-ника етешмәй, шунда була ул. Ураҡ етһә инде, комбайндарҙан ырҙын табағына иген ташый, кәрәк икән ырҙын табағындағы таҙартылған игенде келәттәргә урынлаштырыуҙа йөрөй.
Уңған водителдең эше лә тейешенсә баһалана. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ осоронда юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Зиннәт Абдрахманов йыл һайын тиерлек алдынғылар рәтендә билдәләнә.
Автор:Рамиля Истанбаева
